Открытие школьного театра
Театр – сәнғәттең бер төрө. Ул үҙ эсенә әҙәбиәт, музыка, бейеү, һынлы сәнғәтте берләштерә. Сәхнәлә уйнау, тамашасыға күрһәтеү өсөн коллектив тарафынан ижад ителгэн сәнғәтенең бер төре театр сәнгате тип йөрөтөлә.
“Мәктәп театры”ның бурысы - театр сәнғәтенең башҡа сәнғәт төрҙәренән айырмалы төп үҙенсәлектәрен аңлатыу; театрҙың бай һәм ҡатлаулы тарихы менән ҡыҙыҡһындырыу. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерергә өйрәтеү , уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, театр сәнғәтенә мөхәббәт уятыу - программаның төп аҫылын тәшкил итә.
Туған телде, милли мәҙәниәтте өйрәнеп милли традицияларға тәрән ихтирам менән ҡарай белеүсе балалар беҙҙең мәктәп театрының нигеҙ ташын тәшкил итергә тейеш.
Дуҫлыҡ” мәктәп театры уҡыусыларҙың һәләттәрен асырға, уй- хыялдарын үҫтерергә мөмкинселек бирә, матурлыҡты күрә белергә өйрәтә. 23-сө мартта "Дуҫлыҡ" мәктәп театрының беренсе сығышы булды.