1. Родителям
  2. Новости
  3. Олимпиада на башкирском языке

Олимпиада на башкирском языке

Декабрь 25, 2020 Просмотров: 46

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле
Уралымдай м
әңге йәшә, башҡорт теле!

  Һәр йылдың декабрь айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабын үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала.

   Быйыл был сара 18 декабрҙә үткәрелде. Был сәмле ижади ярышта 8-11 класс уҡыусылары араһынан иң көслө берәр уҡыусы ҡатнашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы.

   Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреү барышы менән район мәғариф бүлеге етәкселек итте.    Уҡыусыларҙың эштәрен райондың алдынғы укытыусыларынан торған жюри баһаланы.

   1-се турҙа уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, 2-се турҙа башҡорт телендәге тексты тыңлап (аудирование), шуның йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр, 3-сө турҙа улар бирелгән тексҡа ҡарата үҙ ҡарашын, фекер йөрөтөү оҫталығын күрһәтте. Уҡыусыларҙың коммуникатив фекерләүен баһалау, ошондай йүнәлештәге эштәрҙе дауам итеү киләсәктә үҙен аҡлаясағына шик юҡ. Сөнки бала тәүҙә фекерләргә, һөйләшергә өйрәнә, шунан ғына ул тел нигеҙҙәрен үҙләштерә.

   Төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында ҡатнашҡан уҡыусыларға рәхмәт һүҙен еткерге килә. Ә инде ошо мәртәбәле ярышта оло еңеү яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Хөпөтдинова Розалинаны һәм 8-се класс уҡыусыһы Ильясова Ләләне ихлас ҡотлайбыҙ!

    Ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, уның нәфислеге, сафлығы өсөн көрәшәйек, уҡыусыларыбыҙҙы ла шуға өйрәтәйек!